

Бөгөн ауылыбыҙҙың уңған килендәренең береһе Ғәлиә Хәсәнова, үҙенең матур, күркәм юбилейын билдәләй— 55 йәш!
Ап- аҡ ҡарлы ҡыштың бер мәлендә, Ырымбур өлкәһе, Аллабирҙе ауылында Ғәлиә Ғилмән ҡыҙы донъяға килгән.
Ап— аҡ ҡарлы ҡыштай ап— асыҡ ҡүңелле мөләйем был килендең Яҡут ауылына килен булып төшкәненә 14 йыл ғумер үтеп тә киткән.
Тормош иптәше Фәрит ағай менән дүрт баланы аяҡҡа баҫтыралар улар. Хәҙер инде өләсәй менән олатай алты ейән- ейәнсәрҙәренә ҡыуанышып бөтә алмайҙар.
Һәр яҡлап уңған был килен, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, сабыр ғына йәшәй бирә. Төрлө эштәрҙә эшләргә тура килә Ғәлиә Ғилман ҡыҙына, әлеге көндә почтальон булып эшләп йөрөй, ауыл ерендә эш тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөҡ түгел, эштән кайтыү менән ҡул һыҙғанып эшкә тотона.
Йыл әйләнәһенә мал аҫырап, йәйен ҡош- ҡорт үҫтереп, мәж килеп йәшәйҙәр Хәсәновтар ғаиләһе.
Китапханала эшләп килгән Күңел нуры" түңәрәгенең бик тырыш ағзаһы ул, Гәлиә килен бик күп ойоҡлар, бейәләйҙәр бәйләне мобилизованный һалдаттарға, бала саҡтан моңға ғашиҡ был килен һәр бер концерттың биҙәге.
Ауырымай, һыҙланмай, әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, оҙон- оҙаҡ парың менән, ғүмер итергә яҙһын, Ғәлиә, һиңә!
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул ит һин тыуған көнөңдә
Бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын барыр юлыңда!
Яҡут ауылы китапханаһы.