Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Февраль 2023, 04:36

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын

Гөлйөҙөм АБДУРАХМАНОВАны ҡотлайбыҙ!

Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһынАп-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле әнәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Гөлйөҙөм Әхмәҙулла ҡыҙы АБДУРАХМАНОВАны ысын күңелдән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!!! Һиңә һәр атҡан таң ныҡлы һаулыҡ, именлек, нурлы көндәр, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы, сабырлыҡ алып килһен. Тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ауырлыҡтар алдында баш эймәйенсә, йәшәүҙән йәм табып, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып ҡыуанып йәшәргә яҙһын.
Күпме булһа ерҙә изге теләк -
Беҙ теләйбеҙ һиңә барында.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙары Ләйлә, Хәбирә, улы Әхтәм, кейәүҙәре Мәҙәрик, Рафаэль, килене Әлфинә, ейән-ейәнсәрҙәре Ләйсән, Гүзәл, Данис, Барис, бүлә-бүләсәһе Тамерлан, Айлин.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас