Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ, башланғыс синыф уҡытыусыһы Фәнүзә Минебулат ҡыҙы ХӘЛИТОВАны 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Күркәм байрамығыҙ матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө бәхетле йылмайыуығыҙ бер ҡасан да ташламаһын. Һеҙгә аяҙ күк йөҙө, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡояштай оҙон ғүмер, сикһеҙ бәхеттәр, эшегеҙҙә ҙурҙан-ҙур уңыштар теләйбеҙ. Саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ.
Хөрмәтле коллегабыҙҙы яҡты киләсәк, бәхетле матур көндәр көтһөн. Ғаиләгеҙ, тыуған-тыумасаларығыҙ, дуҫ-иштәрегеҙ һеҙҙе һәр саҡ һөйөндөрһөн.
Тыуған көнөң гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ ,
Һин йәмләйһең күңел түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Дуҫтарың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт мәктәбе коллективы.