Кинйәбай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәгән ғәзиз кешебеҙ, ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ - Сәлимә Шәмсетдин ҡыҙы ИМАНБАЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 90 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, бөгөн һинең оло байрамың, күркәм юбилейың. Һин булмаһаң, беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң - беҙ ҙә тыумаҫ инек. Ошо матур байрамыңда һиңә баш эйеп, рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин беҙҙе ете ҡыҙыңды ауырлыҡтарға баш эймәйенсә, һынауҙарҙы еңеп йәшәргә өйрәттең, лайыҡлы тәрбиә бирҙең. Үҙең дә кес кенә иңеңә төшкән ауыр һынауҙарҙы үтә белдең, һынманың, бөгөлмәнең. Һиңә ошо байрамың уңайынан ҡоростай сәләмәтлек, йән тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Көндәрең шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һаман беҙгә терәк булып, кәрәк булып йәшәргә яҙһын. Донъяның саф һауаһын һулап, ризыҡтарын татып, гүзәллеген күреп, үҙ аяҡтарың менән йөрөп, балаларыңдың, туғандарыңдың, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, тағы оҙаҡ йылдар беҙҙе изге кәңәштәреңдән, доғаларыңдан айырмай йәшә лә йәшә әле.
Тыуған көнө бөгөн әсәйемдең,
90 йыл ул йәшәй донъяла.
Матур үҙе, йыйырсыҡлы йөҙө,
Сәстәре сал, ап-аҡ булһа ла.
Ете балаһына бүлеп биргән,
Йөрәгенең бөтөн йылыһын.
Беҙҙең күҙ алдында ҡартайҙы шул,
Киң күңелле әсәй, яҡыным.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәләрең.