

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, ҡайным - Фәһим Риф улы ВӘЛИДОВты күркәм ғүмер байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙе ҡәҙерлебеҙ ихлас күңелле, хәстәрлекле, яҡты йөҙлө, туған йәнле кеше, уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Маҡсаттарына ирешеүсән, ғәиләм, балаларым тип өҙөлөп торған яҡын кешебеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә парлы булып, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп. оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Ғүмереңдең балҡып торған мәле,
Типһәң – тимер өҙөр көс һиндә.
Һиндәгеләй изге, киң күңел
Эләкмәйҙер әле һәр кемгә.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыш менән
Үтеп торһон килгән йылдарың.
Йәш булып ҡал, һиҙмәй йәшә әйҙә
Юртып ҡына ғүмер уҙғанын.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Эльвира, улың Айназ, ҡыҙҙарың Дилә, Лилиә, Нәркәс, Айсинә, һәм кейәүең Эльвир.