

Башҡортостаныбыҙҙың хозур, матур, күркәм тәбиғәтле Ейәнсура районы Буранғол ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, һөйөклө булған тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡартәсәйебеҙ Нүрзиә Салауат ҡыҙы Вәлиева үҙенең күркәм байрамын үткәрә. 60 йәшен тултырған ҡәҙерлебеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең әсәйебеҙ 1980 йылда 10-сы класты тамамлағас, Өфө ҡалаһының медицина училищеһына уҡырға инә. Уны 1983 йылда уңышлы тамамлап, йүнәлтмә буйынса Күмертау ҡалаһына үҙәк-ара дауаханаһының лаборатория клиникаһына лаборант булып урынлаша. Ә 1985 йылда беҙҙең атайыбыҙ менән осрашып, улар шул уҡ йылда ҡауышып, сәстәрен-сәскә бәйләп, матур туй көндәрен үткәрәләр. Аллаға шөкөр, бергә-бергә ғүмер итеүҙәренә лә 38 йыл үткән. Бер-бер артлы ике улға ғүмер бүләк иттегеҙ, беҙ ҙә үҙ тормошобоҙҙо ҡороп ғаилә усаҡтарын ҡабыҙҙыҡ, улдар үҫтерәбеҙ, һеҙҙең ҡәҙерле ейәндәрегеҙ үҫәләр, олатай, ҡартәсәйгә ҡунаҡҡа киләләр.
Ҡәҙерле кешебеҙгә Хоҙай уңғанлыҡты, сабырлыҡты муллап биргән, ул туғанлыҡ, дуҫлыҡ ептәрен һаҡлай белә. Ниндәй генә ауырлыҡтар, ҡайғылар килһә лә, бирешмәнең, бөгөлөп төшмәнең, һәр ваҡыт туғандарың, дуҫтарың кәңәштәренә, ярҙамына рәхмәтле булып, асыҡ йөҙөң менән тормошта йәшәүеңде дауам итәһең. Иң ҡәҙерле кешеләреңде әсәй-атайыңды, ҡәйнә-ҡайнаңды, туғандарыңды хөрмәтләп, ололап, тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатҡансы ҡарап, сабырлы, түҙемле булып, барлыҡ яҡындарыңдан рәхмәтле һәм рәхимле булып ҡалдың.
Һинең тәбиғи холоҡ-фиғелеңә, ап-аҡ халатың, изге күңелең ҙур йөрәкле, изгелекле булыуыңа рәхмәт һүҙҙәребеҙ аҙ кеүек тойола. Йоҡоһоҙ төндәрең, ҡотҡарған ауырыуҙарҙың ғүмеренә, алтын ҡулдарыңа һәм изге йөрәгеңә мең рәхмәт. Был уңыштарың, намыҫлы хеҙмәтеңә 40 йыл дәүерендә оло ҙур ҡаҙаныштары һәм эшеңдең уңыштарының емеше. Бөтә яҡындарыңдан, туғандар, дуҫтар, коллегаларҙан тупланған һөйөү һәм рәхмәт һүҙҙәре сикһеҙ рухи көс биреп ғаиләбеҙгә терәк-таяныс булып, имен тормошта тағы ла бик күп йылдар йәшәргә насип итһен!
Һөйөклөбөҙ! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы, һаҡлаусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар, коллегаларың ихтирамында, беҙ - балаларыңдың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә, тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Флюр, улдарың Альберт, Флорид, киленең Ирина, ейәндәрең Артур, Радмир.