

Хөрмәтле әхирәтебеҙ Минзәлә Заһит ҡыҙы БИҒӘНӘКОВА!
Тыуған көнөң менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған бәхетле оҙон ғүмер юлдаш булһын. Тормошоң сағыу буяуҙарҙан ғына торһон, яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын. Ошо изге теләктәргә ҡушып, көслө рух, һәр саҡ шулай кешелекле, кеселекле, ярҙамсыл булыуыңды, ғүмер ҡояшыңдың көндән-көн яҡтыра барыуын, кешелеккә йылылыҡ, матурлыҡ бирә торған ҡайнар йөрәгеңә тағы ла көс-ҡеүәт өҫтәлеп тороуын теләйбеҙ. Барлыҡ ҡуйған маҡсаттарыңдың да һис шикһеҙ тормошҡа ашыуын Хоҙай насип итһен.
Күңелеңдән яҡты ҡояш наҙы,
Бәхет нуры һис тә китмәһен.
Шат йылмайып ҡаршы ал һин
Ғүмереңдең һәр бер иртәһен.
Иң изге теләктәр менән “ете ҡыҙ”.