

Кинйәбай ауылында тыуып, хәҙерге көндә Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе беҙҙең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, улыбыҙ, абзыйыбыҙ Ильяс Мирас улы ҒӘББӘСОВты ғүмер байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ихлас күңелле, хәстәрлекле, яҡты йөҙлө, туған йәнле кеше, уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Маҡсаттарына ирешеүсән, ғәиләм, балаларым тип өҙөлөп торған яҡын кешебеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон теләйбез. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә парлы булып, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән атайың, әнәйең, тормош иптәшең, апай- һылыуҙарың һәм балаларың.