Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Февраль 2023, 08:13

Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Ислам ХӨСӘЙЕНОВты ҡотлайбыҙ!

Тыуғанһың һин бары яҡшығаТыуғанһың һин бары яҡшыға
Тыуғанһың һин бары яҡшыға

Ялсыҡай ауылы
Ҡәҙерле улыбыҙ, мырҙабыҙ һәм ағайыбыҙ - Ислам Илнур улы ХӨСӘЙЕНОВты йәшлегенең күркәм байрамы - 20 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең таянысыбыҙ ҙа, ышанысыбыҙ ҙа, яҡлаусыбыҙ ҙа, һаҡлаусыбыҙ ҙа. Һиңә һаулыҡтың ҡоростай ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡояштай оҙонон, сикһеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар, бөтә изге теләктәрең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Киләсәктә лә ҡайғы-хәсрәтһеҙ, яҡындарыңа терәк-таяныс булып, изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшәргә яҙһын һиңә.
Тыуасаҡ таңдарың һәр саҡ нурлы, күк йөҙөң һәр саҡ аяҙ булһын! Тыуған илең алдындағы бурысыңды иҫән-һау үтәп, тиҙерәк беҙҙең янға ҡайтыуыңды теләйбеҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңа.
Иң изге теләктәр менән атайың Илнур, әсәйең Зилә, абзыйзарын Илмир, Линар, еңгәләрең Гүзәл, Зөлфиә, мырҙаларың Инсаф, Илйәр, Саид һәм Алан.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас