Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Февраль 2023, 04:26

Балҡып торһон йөҙкәйең

Менәүәрә УРМАНЦЕВАны ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Балҡып торһон йөҙкәйеңБалҡып торһон йөҙкәйең
Балҡып торһон йөҙкәйең

Яманһары ауылы
Ҡәҙерле апайыбыҙ, һылыуым, инәйебеҙ Менәүәрә Ишбулат ҡыҙы УРМАНЦЕВАны ғүмер байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Тырыш, уңған, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә – ныҡлы һаулыҡ, оло бәхет, ашһын, киләсәк көндәрең шатлыҡ һөйөнөстәргә бай булһын, күңел тыныслығы, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, еҙнәбеҙ менән ҡәҙер хөрмәттә, балаларығыҙҙың изгелеген күреп йәшәгеҙ.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең — бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән һылыуың Флүрә.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас