Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Февраль 2023, 04:31

Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә

Менәүәрә УРМАНЦЕВАны ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшәҠәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә

Яманһары ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, киленебеҙ, еңгәбеҙ, инәйебеҙ Менәүәрә Ишбулат ҡыҙы УРМАНЦЕВАны күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле, йомарт, уңған яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен! Ошо матур байрамыңда һиңә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, киләсәктә лә беҙгә ныҡлы терәк булып, аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Беҙ теләйбеҙ һиңә оҙон ғүмер,
Шатлыҡтарҙың иң-иң олоһон.
Бәхеттәрҙең мәңгелеген генә,
Ә ғүмерҙең яҡты, нурлыһын!
Ҡәҙерлебеҙ, оҙон-оҙаҡ йәшә,
Яҡты нурҙар һибеп донъяға.
Беҙ бәхетле яныбыҙҙа һәр саҡ,
Һин иҫән-һау ғына булғанда!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәмил, апайың Райхан, бикәсең Әлфиә, кейәүең Рәшит, ҡәйнешең Рәлиф, киленең Гүзәл, ҡыҙҙарың Әлиә, Гүзәлиә, кейәүҙәрең Илфат, Арслан һәм улдарың Данис менән Эмиль.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас