Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Февраль 2023, 07:27

Шатлыҡ менән тулһын күңелең

Гөлфиә ХОҘАЙҒОЛОВАны ҡотлайбыҙ!

Шатлыҡ менән тулһын күңелеңШатлыҡ менән тулһын күңелең
Шатлыҡ менән тулһын күңелең

Көйөргәҙе районы Ҡунаҡбай ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Күгәрсен районының Мораҙым ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кеше - әнәйебеҙ, өләсәйебеҙ, хөрмәтле ҡәйнәбеҙ Гөлфиә Ишбулды ҡыҙы ХОҘАЙҒОЛОВАны ғүмер байрамы - 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Уңған, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле, яғымлы, туған йәнле, беҙгә йәшәйеш сығанағы булып тороусы әнәйебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы hаулыҡ, күңел тыныслығы, шатлыҡлы, ҡыуаныслы көндәр, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелеген күреп,оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙhын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, hинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән айырмаһын. Беҙ hине яратабыҙ!
Юбилейың, әнәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әнэй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктаәр менән ҡыҙың Юлиә, кейәүең Венер, улдарың Азамат, Айрат, киленең Азалия hәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас