

Яманһары ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Менәүәрә Ишбулат ҡыҙы УРМАНЦЕВАны матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Кешелекле, ярҙамсыл ауылдашыбыҙ күп йылдар инде ауылдың оло йәштәге инәй-бабайҙарын ҡарай. Ул һәр көн ауылдаштарының хәлен белеп, һүҙ, күҙ ярҙамы күрһәтеп йөрөй. Инәйҙәр уның килгәнен көтөп кенә ултыралар, сөнки ул һәр кемгә йылы һүҙҙәрен таба белә.
Юбилейы айҡанлы ауылдаштары уға ғаилә бәхете, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләй. Тормош иптәше Рәмил менән йән тыныслығында йәшәргә яҙһын, ҡыҙҙарының ҡыуаныстарын ғына күрергә насип булһын, тип теләйҙәр улар.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың бит бары яҡшыға.
Фәрештәләр изге ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Ҡотлау менән ауылдаштары исеменән Рабиға Иҙрисова менән Зилә Түләгәнова.