

Яңы Таймаҫ ауылы
Беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ, хәстәрлекле ағайыбыҙ, бабайыбыҙ - Барый Ғилметдин улы ТУНАСОВ ғүмеренең күркәм байрамын - 65 йәшлек юбилейын билдәләй!
Беҙҙең яҡыныбыҙ тынғы белмәгән, тырыш изге йөрәкле, туған йәнле, ярҙамсыл кеше. Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо матур байрамың айҡанлы иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ һөйөнөстәргә генә тулы булып тәгәрәһен. Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, күңел тыныслығы, тормош иптәшеңдең, балаларыңдың, туғандарыңдың изгелектәрен күреп, ихтирам, иғтибарҙарын тойоп, уңыштарына шатланып бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙе һаҡланың, яҡланың, яраттың. Һин беҙҙең өсөн өлгө, үрнәк, терәк.
Беҙ һине яратабыҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ
Сәләмәтлек теләп иң элек,
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға,
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән мырҙаң Юнир һәм уның ғаиләһе.