Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
16 Февраль 2023, 04:30

Бирешмәйсә оҙаҡ йәшә

Барый ТУНАСОВты ҡотлайбыҙ!

Бирешмәйсә оҙаҡ йәшәБирешмәйсә оҙаҡ йәшә
Бирешмәйсә оҙаҡ йәшә

Яңы Таймаҫ ауылы.
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған туғаным, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ - Барый Ғилметдин улы ТУНАСОВты матур ғүмер байрамы 65 йәше менән ҡотлайбыҙ!

Һиңә оҙон ғүмер, сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ теләйбеҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт иткән ғаиләң, яҡындарың, туғандарың булһын. Һин изге күңелле хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бәхетле. Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ. Киләсәктә лә Зифа килен менән бергә парлы булып, өйөгөҙҙөң нурын һаҡлап, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен күреп туғандарың менән бергәләп, һаман беҙгә терәк, кәрәк булып йәшәргә насип булһын.
Әкрен генә сәстәреңә салдар төшә,
Һиҙҙермәйсә ғүмер юлы шулай үтә.
Ҡартаям тип, яңылыш ҡына уйлай күрмә.
Теләктәр шул – бирешмәйсә оҙаҡ йәшә.

Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын мәңге йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Барлыҡ Тунасовтар исеменән апайың Миңзәлә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас