

Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле әтейебеҙ, тормош иптәшем, олатайыбыҙ - Барый Ғилметдин улы ТУНАСОВты матур юбилейы - 65 йәше менән ҡотлайбыҙ!
Әтей! Һиңә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, әней менән тигеҙ, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ! Көндәрең аяҙ, ғүмерең оҙон, бәхетең тулы булһын! Беҙҙе әней менән һәр саҡ яҡты йөҙ менән ҡаршылап, кәңәштәрегеҙ менән оҙатып ҡалыуығыҙ, терәк-таяныс булғанығыҙ өсөн мең рәхмәт!
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зифа, ҡыҙҙарың Гөлгөнә, Лилиә, кейәүҙәрең Урал, Азат, ейән-ейәнсәрҙәрең Камил, Мәликә, Әминә, Алтынай, Айгизә, Рамаҙан.