

Яҡуп ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған кешебеҙ - әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ниғмәтуллина Сажиҙә Закир ҡыҙының ғүмер байрамы - 65 йәшлек күркәм юбилейы!
Ҡәҙерле кешебеҙҙе ошо уңайҙан ихлас күңелдән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙәге иң яҡты, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Әсәйебеҙ тормош юлында юғалып ҡалмаҫлыҡ, көслө рухлы, тырыш кеше. Көслө иңле, талапсан, ғәҙел, тура һүҙле, аҡыллы кәңәштәрен биреүсе, беҙҙең өсөн ҙур терәк булған кеше ул. Бөгөнгө көндә лә әсәйебеҙ барыһына ла өлгөрөп, тырышып донъя көтә. Беҙ балалары ҡайтҡанда һәр ваҡыт асыҡ йөҙ, тулы табындары, тәмле һыйҙары менән ҡаршы ала. Уның оҫта ҡулдары, тырышлығы ҡапҡанан кергәндә үк күренеп тора. Аллы-гөллө сәскәләр, күҙ яуын алып торалар. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш, еләк үҫтерә. Тәмле алма, виноград, еләктәре менән беҙҙе генә түгел, ауылдағы балаларҙы ла һыйлай ул. Шундай киң күңелле кеше.
Ҡәҙерле, яҡын, ғәзиз кешебеҙгә ошо матур байрамында барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Беҙҙең өсөн һин донъяла иң гүзәл, иң изге, иң ҡәҙерле зат. Бар күңел йылыңды һәм хәстәрлегеңде беҙгә өләшеп, башҡаларға үрнәк булып матур ғүмер юлы үтәһең. Уңғандарҙан-уңған, кешелекле, оло йөрәкле кешебеҙ, матур ғүмер байрамыңда күңел түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: һәр көн баш осоңда яҡты ҡояш балҡыһын, көндәрең шатлыҡ менән үтһен, иңдәреңдәге шәфҡәт фәрештәһе һине бер ҡасан да ташламаһын. Алдағы көндәреңдә һау-сәләмәт булып, именлектә, шатлыҡтарға һөйөнөп, оҙон-оҙаҡ бәхетле йәшәргә яҙһын. Һин - беҙҙең тормошобоҙҙоң йәме, һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы. Йөҙөңдән һис ҡасан йылмайыу, бәхет нуры китмәһен. Күңелеңдең нуры менән көдәребеҙҙе яҡтыртып, йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән улың Рөстәм, киленең Наташа, ейәнең Ильяс, ейәнсәрҙәрең Сафия, Лиана.