

Айсыуаҡ ауылы
Ҡәҙерленән-ҡәҙерле ейәнем, улыбыҙ, мырҙам, ағайыбыҙ Арслан Иршат улы ИСМӘҒИЛОВты һәм киленебеҙ, еңгәбеҙ Валентина Александровна БАБЫШЕВАны законлы никахтары менән ихлас тәбрик итәбеҙ! Балаларыбыҙға иң мөһиме: иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, һүнмәҫ-һүрелмәҫ, ялҡынлы мөхәббәт, ап-аҡ бәхеттәр юллайбыҙ. Эштәрегеҙ уң булһын, ҡайҙа ғына йөрөһәгеҙ ҙә Хызыр Ильяс юлдаш булһын! Ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош һынауҙарына бирешмәйенсә алға, тик алға атлағыҙ. Тормош юлдарығыҙ һикәлтәһеҙ, балҡып торһон һәм, әлбиттә, хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын, имен тормош теләйбеҙ.
Мөлдөрәмә бәхет һеҙгә, йәштәр,
Уңыштарҙан тауҙар өйөлһөн.
Пар күгәрсендәй йәшәгеҙ һеҙ,
Бар туғандар ҡарап һөйөнһөн!
Тормош дилбегәһен ныҡлы тотоп,
Ғүмер буйы бергә булығыҙ,
Ир ҡатындан, ҡатын ирҙән уңһын,
Гөрләп торһон тормош юлығыҙ.
Һеҙгә яҡты киләсәк, аҡ юл теләп: өләсәләре Гөләндәм, аталары Марат, әсәләре Светлана, ағалары Динар, һылыуҙары Юлиә, кейәүҙәре Альберт, ҡустылары Данияр.