Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
20 Февраль 2023, 09:54

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Рәйлә АҠҺАРОВАны ҡотлайбыҙ!

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһынКүңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ - Рәйлә Ғәзиз ҡыҙы АҠҺАРОВА күркәм ғүмер байрамын - тыуған көнөн билдәләй!
Ғәзиз кешебеҙҙе ошо матур ғүмер байрамы менән ҡотлап иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен! Ошо матур байрамыңда һиңә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, әтейебеҙ менән оҙон-оҙаҡ бәхетле, парлы тормошта йәшәргә яҙһын!
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас