Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
23 Февраль 2023, 04:55

"Беҙ бик бәхетле"

Рәфис ХӨСӘЙЕНОВты ҡотлайбыҙ!

"Беҙ бик бәхетле""Беҙ бик бәхетле"
"Беҙ бик бәхетле"

Ялсыҡай ауылы Яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле әтейебеҙ, яратҡан олатайыбыҙ - Рәфис Карам улы ХӨСӘЙЕНОВты матур ғүмер байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һине матур ғүмер байрамың менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ.
Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Киләсәктә парлы булып, ғәзиз балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп йәшәргә яҙһын.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлнур, улдарың Фәдис, Батыр, киленең Розалина, ейәнең Айдан, ейәнсәрең Камилла.

Автор:
Читайте нас