

Түбәнге Бабалар ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡартөләсәйебеҙ Зөбәйлә Даут ҡыҙы ИШМӨХӘМӘТОВАны тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, яҡындарыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, бәхетебеҙ тулы. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә,
Бәхет, шатлыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Иң изге теләктәр менән килене Ризида, ейәнсәрҙәре Рәзилә, Ализа, кейәүҙәре Александр, Замиль һәм бүлә-бүләсәре Ромаль менән Ясмина.