Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
24 Февраль 2023, 05:45

Ап-аҡ булһын бәхетең

Ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

Ап-аҡ булһын бәхетеңАп-аҡ булһын бәхетең
Ап-аҡ булһын бәхетең
Илкәнәй ауылы
Ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ Зөлфиә Файзрахман ҡыҙы АРАПТАНОВАны матур ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Бөтә ер, бөтә тәбиғәт ап-аҡ ҡарға күмелгән ваҡытта тыуған яҡыныбыҙ, шуға күрә үҙе лә ап-аҡ ҡар кеүек алсаҡ, нескә күңелле, ихлас, изгелекле кеше ул. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәр ваҡыт йәнәшә атлаһын. Эшеңдә уңыштар ғына юлдаш булһын.
Теләйбеҙ оҙон ғүмерҙәр,
Теләйбеҙ ныҡлы һаулыҡ.
Беләбеҙ бит бөтәбеҙ ҙә
Ныҡлы һаулығың - байлыҡ.
Аҡ сәскәләр кеүек ап-аҡ
Булһын һинең бәхетең.
Яндарыңда көлөп торһон
Еҙнәй - хәләл ефетең.
Балаларың иҫән булһын,
Имен булһын донъялар,
Иман инһен йортоғоҙға,
Яңғыраһын доғалар!
Иң изге теләктәр менән әтейең Файзрахман, әңкәйең Әлфиә, һылыуың Гөлфиә, кейәүең Рифат, мырҙаң Азамат, киленең Ләйсән, ул һәм ҡыҙҙарың Ильяс, Нәркәс, Радмир кейәү, Ильназ, Алмаз, Арсен.
Автор:
Читайте нас