

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ Зөлфиә Файзрахман ҡыҙы АРАПТАНОВАны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ йәшәйеше менән тирә-яҡты йәмләп, балҡытып, күптәргә үрнәк булып, эйәргәндәргә һабаҡ биреп, өмөт сатҡылары таратып, янып йәшәүсе кеше. Үҙенең булмышы менән тирә-яҡты яҡтыртып, яҡшыртып, ғүмер юлынан барыусы. Киләсәктә лә яҡындарыңдың терәк- таянысы булып, нур һибеп, матур йәшәүеңде дауам ит! Тормошобоҙ йәме, йортобоҙҙоң ҡото булып, һаулыҡ-сәләмәтлектә ғүмер кисер! Һәр саҡ шулай йәш, шат күңелле, сибәр ҡатын-ҡыҙ булып ҡал! Барыһына ла өлгөрәһең, арыу-талыуҙы белмәйһең. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын! Һине яратабыҙ, мөхәббәтең, хәстәрлегең өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ! Ҡатын-ҡыҙ бәхете, йән тыныслығы, муллыҡ һәм күңел көрлөгө, именлек һәм бәхет теләйбеҙ!
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.
Һине яратып тормош иптәшең Раян, улың Радмир, ҡыҙҙарың Азалия, Зулия.