Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
24 Февраль 2023, 05:41

Нур һибеп йәшә!

Киленем, килендәшем, еңгәбеҙ, инәйебеҙҙе ҡотлайбыҙ!

Нур һибеп йәшә!Нур һибеп йәшә!
Нур һибеп йәшә!

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле киленем, килендәшем, еңгәбеҙ, инәйебеҙ Зөлфиә Файзрахман ҡыҙы АРАПТАНОВАны 45 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Саф, изге күңелле кешеләр генә ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға киләлер. Ҡыштың ынйы ҡарҙары тәбиғәтте үҙенең сафлығы менән нисек балҡытһа, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ ҙә үҙенең нуры менән тирә-йүнде матурлай, дуҫтарына, туғандарына күңел йылыһын өләшә.
Һөйөклөбөҙ, дәрт-дарманлы, маҡсатлы, бәхетле осороң етеү менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Һиңә иң мөһиме - ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон ғүмер, эшеңдә ҙур уңыштар теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, матур йәшә!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән Нәзир, Әлфиә, Зилиә, Морат, Лилиә Абдуловтар һәм Рита, Ринат, Камил Зиннәтуллиндар.

Автор:
Читайте нас