Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
24 Февраль 2023, 05:31

Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен

Зөлфиә АРАПТАНОВАға теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһенЙөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен
Илкәнәй ауылы
Хөрмәтле хеҙмәткәребеҙ Зөлфиә Файзрахман ҡыҙы АРАПТАНОВАны күркәм байрамы менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек, һаулыҡ, тормош юлығыҙҙа тик бәхетле миҙгелдәр осрап тороуын, оҙон, бәхетле ғүмер юлы теләйбеҙ. Алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирешеп, барлыҡ теләктәрегеҙҙе тормошҡа ашырып, йәшәү дәртегеҙҙе һүндермәй, тормош юлынан ғорур атлағыҙ! Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, тормош иптәшегеҙ менән иңгә-иң терәшеп, оҙон-оҙаҡ, бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәргә яҙһын.
Ғүмер юлығыҙ - оҙон, яулайһы үрҙәрегеҙ күп булһын!
Ҙур уңыштар һеҙгә юлдаш булһын,
Ауырлыҡтар килә күрмәһен.
Матур тормош киң ҡоласын йәйһен,
Йөҙөгөҙҙә нурҙар һүнмәһен.
Ҡотлау менән Илкәнәй ауыл биләмәһе хеҙмәткәрҙәре.
Автор:
Читайте нас