Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
25 Февраль 2023, 07:29

Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар

Гөлгөнә ӘЙҮПОВАны ҡотлайбыҙ!

Мәңгелеккә булһын шатлыҡтарМәңгелеккә булһын шатлыҡтар
Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар

Түбәнге Бабалар ауылы
Хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ Гөлгөнә Шәмәрҙән ҡыҙы ӘЙҮПОВАны 45 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ғаиләңдә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, кәңәшсе-ярҙамсы булып тормош иптәшең менән оҙон-оҙаҡ йылдар шатланып-ҡыуанып йәшәргә насип итһен. Һине күркәм юбилейың менән ҡотлап ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ. Ғаилә тигеҙлеге, йән тыныслығы, эшеңдә ҙур уңыштар, яҡшы, күтәренке кәйеф юлдаш булһын. Һәр ваҡытта ла шундай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле, ихтирамлы, иғтибарлы булып, яҡындарыңдың изгелеген күреп, мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ.
Аҡ бәхеттәр һиңә юлдаш булһын,
Юлдаш булһын ҙур-ҙур уңыштар.
Ғүмерлеккә булһын йылмайыуҙар,
Мәңгелеккә булһын шатлыҡтар.
Ә мөхәббәт менән оҙон ғүмер
Ҡалдырмаһын һине һис ҡасан.
Аяҙ булһын зәңгәр күгең,
Ҡотло булһын һинең юбилей!
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт ауылы почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре.

Автор:
Читайте нас