

Яҡуп ауылында тыуып, хәҙерге көндә Ермолаево ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем һәм атайыбыҙҙы Ринат Зөфәр улы ИБАТУЛЛИНды ғүмер байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! Тормош һуҡмағынан атлағанда, тик яҡшылыҡҡа ғына булған ышаныс, донъяға ҡарата изгелек һәм киң күңеллелек, бигерәк тә, мөхәббәт һинең менән йәнәш атлаһын.
Ҡәҙерлебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, кистәрең айлы, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Йәшлек дәртен һүндермәй, беҙҙең менән ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, яҡындарыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып ғүмер буйы йәнәш атларға яҙһын.
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама.
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә
Яҡындарың менән йәнәшә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Резида, ҡыҙың Ләйсән.