Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
26 Февраль 2023, 04:08

Рәхәтлектә уҙһын ғүмерең!

 Нәжиә ЛОБАНОВАны ҡотлайым!

Рәхәтлектә уҙһын ғүмерең!Рәхәтлектә уҙһын ғүмерең!
Рәхәтлектә уҙһын ғүмерең!
Түкән ауылы
Ҡәҙерле әхирәтем Нәжиә Шамил ҡыҙы ЛОБАНОВАны 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайым.
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайым. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Таң елдәренең наҙы, йән тыныслығы, сикһеҙ бәхеттәр, ҙурҙан-ҙур уңыштар, яҡшы күтәренке кәйефтәр юлдаш булһын һиңә.
Бөтә ғүмереңде, көсөңдө кешеләр бәхете өсөн биргән гүзәл зат булараҡ эскерһеҙлегең, ихласлығың, яғымлылығың менән кешеләр күңелен яуланың. Һәр ваҡытта ла шундай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал. Киләсәктә лә шатлыҡта, ҡыуаныста, бәхеттә йәшәргә яҙһын һиңә, әхирәтем! Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем!
Бәхет теләйем һиңә яҡын дуҫым,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең!
Бар ҡайғылар аҡһын ағым һыуҙай,
Рәхәтлектә уҙһын ғүмерең!
Һинең көләс, матур йөҙҙәреңдән,
Йылмайыуҙар мәңге китмәһен!
Ҡояш нуры сәскән күҙҙәреңдән,
Бәхет нуры һис тә һүнмәһен!
Иң изге теләктәр менән әхирәтең Әлфиә.
Автор:
Читайте нас