Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
27 Февраль 2023, 05:53

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә

Фәрғәт САҠАЕВты ҡотлайбыҙ!

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдәҠояш көлһөн тормош күгеңдә
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә

Таймаҫ ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кешебеҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ - Фәрғәт Йәүҙәт улы САҠАЕВ матур ғүмер байрамын - 65 йәшен билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ!
Һине ихлас күңелдән күркәм юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һиңә именлек, бәрәкәтле мул тормош, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Әсәйебеҙ менән тигеҙлектә, һау-сәләмәт булып, балалар, ейән-ейәнсәрҙәрҙең ҡыуанысын күреп, яҡындарыңдың иғтибарын тойоп, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә насип булһын.

Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын,
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе байрам көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.

Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Гөлгөнә, улдарың Рөстәм, Урал, Румил, килендәрең Эльза, Гөлгөнә, Регина, ейән-ейәнсәрҙәрең Камилла, Мәликә, Ибраһим, Әминә, Эмилия, Рамаҙан.

Автор:
Читайте нас