

Яҡшымбәт ауылы
Районыбыҙҙың һоҡланғыс тәбиғәтендә урынлашҡан Мораптал ауылында тыуып үҫеп, хәҙерге көндә Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе хөрмәтле коллегабыҙ Гөлназ Рифҡәт ҡыҙы АҘНАБАЕВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Юбилей - ғүмерҙең өр-яңы мәле. Ижад итеү, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу, баш әйләндергес, эштәр башҡарыу осоро ла ул. Хөрмәтле коллегабыҙға, барлыҡ башланғысында ла уңыш йылмайһын. Күркәм ғүмер байрамың менән тәбрик итеп һиңә ныҡлы һаулыҡ, тормош ҡыуаныстары тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Тормош юлың артабан да шатлыҡлы мәлдәргә бай, хеҙмәтең менән матур, бәҫле һәм мәртәбәле булһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә маҡсаттарыңды, хыялдарыңды тормошҡа ашырыр, көс-ҡөҙрәтең һүнмәһен, һүрелмәһен.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш
Булһын тормош күгендә.
Иң изге теләктәр менән бергә эшләгән коллегаларың.