Әл дә һин бар әле, әсәйем!

 Гөлнара АБДУЛВӘЛИЕВАны ҡотлайбыҙ!

Әл дә һин бар әле, әсәйем!Әл дә һин бар әле, әсәйем!
Әл дә һин бар әле, әсәйем!

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмерау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, һөйөклө әсәйебеҙ, хәстәрлекле ҡәйнәм һәм өләсәйем - Гөлнара Шәкүр ҡыҙы АБДУЛВӘЛИЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 55 йәшлек матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ йәшәйеше менән тирә-яҡты йәмләп, балҡытып, күптәргә үрнәк булып, тырышып йәшәүсе кеше. Үҙенең булмышы менән тирә-яҡты яҡтыртып, яҡшыртып, ғүмер юлынан барыусы. Ул ауырлыҡтар алдында баш эймәй, беҙҙе ике ҡыҙын лайыҡлы тәрбиә биреп, ҡәҙер-хөрмәткә, мөхәббәткә төрөп үҫтерҙе, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙы. Бөгөнгө көндә лә беҙҙе ярҙамынан, изге кәңәштәренән айырмай, беҙҙең өсөн үрнәк тә, терәк тә булып йәшәй.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Әйҙә әле, рәхмәт һүҙен яҙып,
Алдарыңа таждар сәсәйем.
Ғүмеремә һиңә бурыслымын,
Әл дә һин бар әле, әсәйем!
Әйҙә, алтын ҡояш нурҙарынан
Юлдарыңа келәм йәйәйем,
Ҡояшы ла һинһеҙ яҡты түгел,
Әл дә һин бар әле, әсәйем!
Бейек күктән йондоҙҙарҙы урлап,
Һиңә генә бүләк итәйем.
Йондоҙҙар ҙа хатта бурысымды
Ҡаплап бөтә алмаҫ, әсәйем…
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Розалина, Гүзәл, кейәүең Ильмир һәм ейәнең Саид.

Автор:
Читайте нас