Рәхмәт, атай, һиңә

Нурфәиз АҠҺАРОВты ҡотлайбыҙ!

Рәхмәт, атай, һиңәРәхмәт, атай, һиңә
Рәхмәт, атай, һиңә

Ҡотлоюл ауылы

Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ Нурфәиз Йәүҙәт улы АҠҺАРОВты 65 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлап, иң изге һәм матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ғүмерҙең иң оҙонон, сәләмәтлектен ныҡлыһын, тормоштоң иң йәмлеһен теләйбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабырлыҡ күрһәтеп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, барыбыҙҙы ла ҡыуандырып, беҙгә кәрәк булып, именлектә-һаулыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡыуаныстар шишмә булып аҡһын,
Күтәренке булһын күңелең.
Именлектә, беҙҙең менән бергә
Үтһен гөрләп һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Гүзәл, кейәүең Ринат, ейәндәрең Линар, Ильяс.

Автор:
Читайте нас