Гел шатланып йәшә

Асия АБДУЛЛИНАны ҡотлайым!

Гел шатланып йәшәГел шатланып йәшә
Гел шатланып йәшә

Күмертау ҡалаһы
Хөрмәтле әхирәтем Асия Байрамғәли ҡыҙы АБДУЛЛИНАны ғүмеренең күркәм юбилейы менән ҡотлайым!
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Алдағы тормошоңда ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, улың Азаматтың изгелеген күреп, ихтирам -иғтибарын тойоп, ейәнеңдең уңыштарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын уртаҡлашып, бәрәкәтле тормошта бәхетле ғүмер насип итһен Аллаһы Тәғәлә. Бөгөнгөләй шат, ихлас, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен!
Гел шатланып йәшә, хәсрәт күрмә,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәрәкәтле, матур тормош һиңә,
Ҡояштарға тиңе ғүмерҙең!!!
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар.
Иң изге теләктәр менән Миңлегөл әхирәтең.

Автор:
Читайте нас