Ҡыуаныстар килһен урғылып!

Зөлфиә ӘБДРӘХМАНОВАны ҡотлайбыҙ!

Ҡыуаныстар килһен урғылып!Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Ҡыуаныстар килһен урғылып!

Ҡансыра ауылы
Ҡәҙерле киленебеҙ Зөлфиә Фәрит ҡыҙы ӘБДРӘХМАНОВАны 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Сәләмәт, тәүфиҡлы, бәхетле бул!
Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Иң изге теләктәр менән апаһы Миниса, еҙнәһе Рәхмәтулла һәм уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас