

Ҡәҙерле ҡоҙабыҙ - Айрат Йәдкәр улы ИСХАҠОВты матур ғүмер байрамы - 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡоҙабыҙ тормош юлын бик лайыҡлы һәм маҡтаулы үтә. Тормош иптәше, ҡоҙағыйыбыҙ Гөлфиә менән балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙылар, бөгөнгө көндә лә балаларына ярҙам итеп, уларға терәк-таяныс булып йәшәйҙәр.
Ҡәҙерле ҡоҙабыҙ һине ошо матур юбилейың менән ҡотлап иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Ғүмер йомғағың һаулыҡҡа, бәхеткә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп алға тәгәрәһен. Атыр таңдарың, күңелең – тыныс, ҡояшлы йөҙөң һәр ваҡыт көләс булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, ауырыу-һыҙланыу белмәй, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә терәк булып, уларҙың изгелектәрен күреп, уңыштарына шатланып, тормош матурлыҡтарын татып, Гөлфиә ҡоҙағыйыбыҙ менән артабан да матур пар булып, оҙон һәм бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын оло юбилейың,
Ҙур шатлыҡтар ҡаршы алһындар.
Әгәр булһа төрлө борсолоуҙар
Үткән тормошоңда ҡалһындар.
Килер көндәрең бәхет менән тулһын,
Ҡояш һипһен бөтмәҫ йылыһын.
Сәләмәтлек, шатлыҡ-ҡыуаныстың
Хоҙай бирһен һиңә олоһон!
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Ишбулды, ҡоҙағыйың Фидәлиә һәм уларҙың балалары.