Меңдәрсә рәхмәт һүҙе әйтәбеҙ

Сәмәрә РАФИҠОВАны ҡотлайбыҙ!

Меңдәрсә рәхмәт һүҙе әйтәбеҙМеңдәрсә рәхмәт һүҙе әйтәбеҙ
Меңдәрсә рәхмәт һүҙе әйтәбеҙ

Абдул ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ Сәмәрә Йосоп ҡыҙы РАФИҠОВАны ғүмер байрамы 80 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ул, тәбиғәттең уянған мәле, яҙҙың беренсе айында 1943 йылдын 5 мартында Ҡарай ауылында донъяға килә.
Был беҙҙен өсөн ҙур байрам, иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙҙең тыуған көнө, тимәк, беҙҙең өсөн был икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң әсәй – беҙҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң – беҙ ҙә тыумаҫ инек. Байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Күңелеңдән – тыныслыҡ, тәнеңдән – сихәт, тормошоңдан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, балаларыңдың һәр шатлығын, һәр көйөнөсөн үҙенә һыйҙырған йөрәгең бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен. Балаларыңдың изгелеген күреп, атайыбыҙҙың терәк–таянысы, кәңәшсеһе, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ! Тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүеңде, балаларыңдың, ейәндәрендең, яҡындарыңдың игелеген күреп йәшәргә яҙһын. Ныҡлы иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, атайыбыҙ Әхмәтшәриф Зариф улы менән бәрәкәтле мул тормошта тигеҙ ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ.
Әнәй! Ошо матур байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ.
“Әсәй!"- тиеп өндәшеү шундай рәхәт,
Ярай әле, әсәй, һәммәбеҙҙән рәхмәт.
Әсәй булдың, әсәй булып ҡалдың,
Һәр көнөңдө беҙҙең өсөн йәшәп.
Әсәй ерҙә иң кәрәкле кеше,
Әсәйҙәрҙең беләйек ҡәҙерен,
Ел-дауылдан һаҡлап үҫтергән ул,
Ҡыҙғанмайса бөтөн ғүмерен.
Ҡотло булһын, Әсәй, тыуған көнөң,
Балҡып торһон һәр саҡ йөҙҙәрең.
Моң-хәсрәт күрмәй, шатлыҡ менән
Үтһен ине алдағы көндәрең.
Ин изге теләктәр менән тормош иптәшең Әхмәтшәриф, ҡыҙҙарың, улдарың, кейәү-килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм буләләрең Радмир Рыҫҡолов, Данил, Кирилл, Алан Рафиҡовтар.

Автор:
Читайте нас