

Аҡһары ауылы
Беҙҙең ғаиләлә оло байрам! Донъяла иң ҡәҙерле, күк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙҙең, тормош иптәшебеҙҙең, әнәйебеҙҙең, нәнәйебеҙҙең – Зилә Ансар ҡыҙы ҠОЛМӨХӘМӘТОВАның ике бишле алған юбилейы. Ҡәҙерлебеҙ, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ғүмереңдең иң-иң сағыу,
Иң матур мәле еткән!
Тыуған көнөң менән ҡотлап
Мин һине тәбрик итәм.
Тормош юлың алға барһын,
Көндәрең үтһен имен.
Яҡты булһын бар уйҙарың,
Һау булһын йәнең, тәнең.
Шатлан, һөйөн! Һин бәхетле!
Һинең ғүмер байрамың!
Кемдер өсөн иң ҙур бүләк,
Иң ҙур шатлыҡ булғаның!
Ҡотлауҙар менән тормош иптәшең Рәшит, балаларың Айгөл, Илгизәр, кейәүең Рәмил, ейәнсәрҙәрең Линара, Раяна.