

Аҡһары ауылы
Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, һылыуым, апайым Зилә Ансар ҡыҙы ҠОЛМӨХӘМӘТОВАны 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәрсаҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Таң елдәренең наҙлыһы, йән тыныслығы, сикһеҙ бәхеттәр, эшеңдә ҙурҙан-ҙур уңыштар, яҡшы күтәренке кәйеф юлдаш булһын һиңә. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал. Алға табан да шатлыҡта, ҡыуаныста, бәхеттә йәшәргә яҙһын һиңә!
Бәхет нурында ҡойоноп,
Наҙға күмелеп йәшә.
Тинең менән тигеҙ булып
Һөйөп-һөйөлөп йәшә.
Оҙон булһын һинең ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Юлдарыңда үҫһен аҡ сәскә.
Алып килһен һиңә бөгөнгөһө
Бәхетле һәм матур киләсәк.
Иң изге теләктәр менән әниең Рида, абзыйың Анил, апайың Фелизә, еңгәң Ирина, кейәүең Шамил, уларҙың балалары Алина, Артур, Эльвира, Алмаз, Артур, Элиза, Луиза, Камелия, Линар, Амелия, Амир, Данияр, Тамир, Айлин ҡушыла.