

Тимербай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әниебеҙ, ҡартәниебеҙ Йәүһәриә Зәғиҙулла ҡыҙы ТИМЕРБАЕВАны 75 йәшлек оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә һәр атҡан таң ныҡлы һаулыҡ, именлек, нурлы көндәр, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы, сабырлыҡ алып килһен. Әтей менән ҡулға-ҡул тотоношоп, йәшәүҙән йәм табып, балаларығыҙҙың һөйөнөстәренә ҡыуанып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарығыҙға йәшәйеш сығанағы булып тормош һынауҙарына бирешмәйенсә йәшәргә яҙһын.
Ҡәҙерлебеҙгә бәхет-шатлыҡтар, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Юбилейың ҡотло булһын, әнием
Йөҙҙәреңдә бәхет балҡыһын,
Изге мәрхәмәтле йөрәгеңдә
Һис һүнмәһен ҡояш яҡтыһы.
Иң изге теләктәр менән балалары, ейәндәре, бүләләре.