

Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе, иң ҡәҙерле, иң яғымлы, һөйөклө тормош иптәшем, яратҡан әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Илмира Ишембай ҡыҙы Рәхмәтуллина, бөгөн, ошондай матур байрам, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, ғүмер байрамын - 60 йәшлек юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ!
Һине ихлас күңелдән күркәм юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һиңә иҫәнлек-һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ! Атайыбыҙ менән бергә, тигеҙлектә, һау-сәләмәт булып, беҙгә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙгә терәк булып, ҡыуаныстарға, шатлыҡтарға төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙай.
Изге теләк, йылы һүҙҙән башҡа
Таба алмайбыҙ оло бүләкте.
Беҙҙең өсөн бик тә ҡәҙерле һин.
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Рәхмәт, әсәй, һин булғанға
Тормошобоҙ күгендә.
Терәк булдың һин hәр вакыт
Кәрәклеһең бөгөн дә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәкле.
Яҡты ҡараш, йылы һүҙҙән башҡа
Таба алмайбыҙ оло бүләкте.
Оло һинең биргән кәңәшең
Тура һинең әйткән һүҙҙәрең.
Шатлыҡ, һөйөнөстән генә торһон
Һин үтәһе ғүмер юлдарың.
Әсәй, ғүмерендә hәр сак
Беҙгә үрнәк булып йәшәнең.
Беҙҙең өсөн оло бәхет бит ул
Сәләмәт hәм имин йәшәүең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Салауат, ҡыҙҙарың Гөлнар, Юлиә, кейәүҙәрең Ринат, Алмаз, ейән-ейәнсәрҙәрең Данияр, Эльдар, Камила.