

Тик ул ваҡытта ошо йырҙарҙың мәғәнәһен аңлап етмәгәнмен икәнен хәҙер яҡшы күҙаллайым. Бына ярты йылдан артыҡ тыуған яҡтарымдан, ата-әсәйемдән, яҡындарымдан ситтә йөрөйөм, тап ошонда был йырҙарҙың мәғәнәһен төплө аңланым. Мине был яҡты донъяларға килтергән, йөрәгендә булған йылы хистәренә төрөп үҫтергән, йырҙарымда йырланған кеүек, бөгөнгө көндә минең өсөн ут йотоп, мине һағынып көткән ғәзиз әсәйем Эльвира Мөнир ҡыҙын, шулай уҡ һеңлеләрем Әлиә, Алинаны, ҡыҙҙарым Эльвина һәм Илизаны яҙҙың иң күркәм, наҙға тулы байрамы 8 март менән ысын күңелдән ҡотлайым!
Һалдаттың ҡотлау һүҙҙәре гәзиттә тулы вариантта баҫылды.