

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ , өләсәйебеҙ Рәйфә Ғәзиз ҡыҙы БУРАНҒОЛОВАны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!!! Тырышлығың, көслө рухлы булыуың, намыҫлы хеҙмәт менән үткән ғүмер юлың оло хөрмәткә, ихтирамға лайыҡ. Һинең оло терәк һәм кәңәшсе булып йәшәүең – беҙҙең өсөн ҙур бәхет. Беҙгә тигеҙ итеп өләшкән йөрәк йылың, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәстәрлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, уңыш, ырыҫ-ҡот һине бер ҡасан да ташламаһын. Ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар, туғандар ихтирамында, беҙ – балаларың игелегендә иҫән-имен йәштәргә насип булһын.
Иң изге теләктәр менән балаларың, яҡындарың.