Йәшлек дәртең һүнмәһен!

Йәмил РАФИҠОВты ҡотлайбыҙ!

Йәшлек дәртең һүнмәһен!Йәшлек дәртең һүнмәһен!
Йәшлек дәртең һүнмәһен!

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡайныбыҙ, олатайыбыҙ Йәмил Заһрый улы РАФИҠОВты матур, күркәм юбилейы 55 йәше менән ҡотлайбыҙ.
Һиңә булған рәхмәттәребеҙҙе, күңелдәге иң изге, матур теләктәрҙе юллайбыҙ!
Көслө рухлы, ярҙамсыл, тырыш, изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы булыуың менән беҙ бәхетле. Йор һүҙле, асыҡ күңелле, тормоштан йәм табып, яҡындарыңды, дуҫтарыңды шатландарып йәшәйһең. Һин беҙҙең таянысыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ ҙа, яҡлаусыбыҙ ҙа. Бәхетле баласағыбыҙ өсөн мең рәхмәттәр уҡып, иҫтәлекле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә йәшлек дәртен һүндермәй, ғүмерҙең һәр миҙгеленә ҡыуанып, әсәйебеҙ менән, яҡындарың, балаларың, дуҫ-иштәрең, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың менән йәнәш атларға яҙһын.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәмзилә, ҡыҙҙарың Гүзәл, Чулпан, кейәүҙәрең Нияз, Йәмил, улың Илсаф, ейәнсәрҙәрең Асель, Сафия, ейәнең Нурлан.

Автор:
Читайте нас