Ҡәҙер-хөрмәттә йәшә!

Азалия ИСКӘНДӘРОВАны ҡотлайбыҙ! 

Ҡәҙер-хөрмәттә йәшә!Ҡәҙер-хөрмәттә йәшә!
Ҡәҙер-хөрмәттә йәшә!

Яҡуп ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә Сочи ҡалаһында эшләп йөрөүсе һөйөклө ҡыҙыбыҙ, яратҡан апайыбыҙ, һылыуыбыҙ Азалия Мирас ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВА үҙенең 25 йәшлек юбилейын билдәләй.
Һөйөклөбөҙ беҙҙең, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың тормошҡа ашһын!
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ,ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!

Изге теләктәр менән, туғандарың!

Автор:
Читайте нас