Үрге Баба ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәм, өләсәйем, һеңлебеҙ, бикәсебеҙ һәм инәйебеҙ - Гөлназ Ишбулды ҡыҙы УРАЗАЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ғәзиз кешебеҙ ябайлығы, алсаҡлығы, ярҙамсыллығы менән үҙенә тартып тора, донъябыҙға нур һибеүсе ҡояш төҫлө – уның менән яҡты ла, йылы ла, тыныс та. Беҙ һәр ваҡыт уның аҡыллы, төплө кәңәштәренә таянабыҙ, көслө рухлы, сабыр булыуын хөрмәт итәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ, башҡорт моңондай оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Киләсәк йылдарың өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Яҡындарыңдың терәк-таянысы булып, тирә-яҡҡа йәм өҫтәп, нур һибеп, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшә!
Ҡотло булһын, тыуған көнөң,
Беҙ барыбыҙ ҙа ошо теләктә.
Бөгөндәй шат йылмайған йөҙөң
Шатлыҡ өҫтәй беҙҙең йөрәккә.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Әхмәт, балаларың Айгөл, Азамат, кейәүең Станислав, ейәнең Артем, ағайҙарың Венер, Ильшат, еңгәйҙәрең Эльвира, Альбина һәм уларҙың балалары.