Үрге Баба ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе ғәзиздәрҙән-ғәзиз балам - Гөлназ Ишбулды ҡыҙы УРАЗАЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 50 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап йөрәк түремдән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәремде юллайым!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле ҡыҙыма киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарында һөйөнөп муллыҡта һәм татыулыҡта йәшәүен теләйем. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, дәрт-дарманың оҙон-оҙаҡ йылдарға етһен, йөҙөңдән һис ҡасан яҡты йылмайыу, бәхет нуры китмәһен.
Һөйөклөбөҙ! Киләсәктә гел шулай алсаҡ йөҙлө, изге куңелле, матур булып ҡалыуыңды, яҡындарыңдың наҙына, һөйөүенә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ! Тормошта һинең һымаҡ ауыр саҡта таянырҙай, ышаныслы,эшһөйәр, кешелекле һәм кеселекле кешеләр бик һирәк осрай.
Һалҡын ҡыштар үткәс,
Яҙҙың беренсе айын ҡотлап.
Һин тыуҙың бит балам,
Ҡайғы-һағыштарҙы артта ҡалдырып.
Балаларым, минең ҡәҙерлеләрем,
Ҡыуаныс-һөйөнөстәрем.
Һеҙгә ҡарап һөйөнәм,
Һеҙгә ҡарап йыуанам.
Һинең дә бар ҡыҙың, улдарың,
Һөйөнөс-ҡыуаныстарың.
Балаларың менән бергә гөрләшеп,
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Роза.