

Яҡшымбәт ауылы
Хөрмәтле коллегабыҙ, тәрбиәүи эштәр буйынса директор кәңәшсеһе, китапханасы һәм психологыбыҙ - Гөлшат Рафаэль ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВАны - 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, алсаҡ, һәр баланың күңеленә үтеп инә белгән, үҙ эшен намыҫлы башҡарған коллегабыҙҙы уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, коллегалары ла бик ихтирам итә, ярата.
Хөрмәтле, Гөлшат Рафаэль ҡыҙы, эшегеҙҙә һәм тормошоғоҙҙа һәр саҡ уңыштар ғына насип булһын. Уҡыусыларығыҙ һәр ваҡытта, үҙҙәренең яулаған үрҙәре менән һеҙҙе шатландырһындар. Шәхси тормошоғоҙҙа, балаларығыҙҙың һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең бәхеттәренә һәм уңыштарына һөйөнөп, йәшәргә яҙһын. Һәр саҡ шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ. Янығыҙҙа һеҙҙе яратҡан, хөрмәт иткән яҡындарығыҙ булһын, һәр көнөгөҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән үтһен.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар,
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Иң изге теләктәр менән Яҡшымбәт мәктәбе коллективы.