Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн

Атайыбыҙ, әсәйебеҙ! Һеҙҙең менән донъя йәмле.

Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөнРәхмәт һеҙгә барыһы өсөн
Рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле һәм һөйөклө тормош иптәшем, әсәйебеҙ Гөлшат Рафаэль ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВАны алтын юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Әсәй һин беҙҙең өйҙөң йәме, ҡояшы һәм йылыһы! Атай, әсәй! Һеҙгә тигеҙ ғүмер кисерергә яҙһын, рәхмәт һеҙгә барыһы өсөн дә! Әсәй! Ҙур уңыштар, шатлыҡ ҡыуаныстар, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Уңған хужабикә, изге йөрәкле әсәй, хәстәрлекле, ярҙамсыл өләсәй булараҡ һин беҙгә үрнәк булып тораһың. Атайыбыҙ, әсәйебеҙ! Һеҙҙең менән донъя йәмле, йәнле, бәхетебеҙ тулы, тормошобоҙ яҡты. Алдағы көндәребеҙ ҙә ҡыуаныстар ғына килтерһен.
Донъялағы иң изгеһе,
Әсәй кеше һиндер ул.
Матурлығыңа ай, ҡояш,
Йондоҙ ғына тиңдер ул.
Донъялағы иң бәхетле,
Иң ҡәҙерле кеше ул.
Әсәйҙе бәхетле итеү,
Балаларҙың эше ул.
Аяҙ булһын зәңгәр күгең,
Ҡотло булһын юбилейың!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Илшат, ҡыҙың Илүзә, кейәүең Азамат, ейәнсәрең Әминә, улдарың Илнур һәм Илдан.

Автор:
Читайте нас