

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн бик тә яратҡан киленем, еңгәбеҙ, инәйебеҙ Гөлшат Рафаэль ҡыҙы ИСЛАМҒОЛОВАны 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, уға иң яҡты, иң изге, тормошҡа ашырлыҡ теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Тырыш, уңған, изге йөрәкле, ярҙамсыл, сабыр, хәстәрлекле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, эшеңдә тик уңыштар, күтәренке кәйеф һәм ғаилә бәхете теләйбеҙ. Тырышып, күп көс түгеп ҡорған, йыйған донъяларығыҙҙың рәхәтен, изгелеген күреп, парың менән тигеҙ ҡартайып, балаларыңдың ҡыуаныс, шатлыҡтарын уртаҡлашып, уларҙың ҡәҙер-хөрмәттәрен тойоп, муллыҡта, барлыҡта сәләмәтлек менән йәшәргә насип итһен.
Ал таңдарҙың наҙлы, йылы саф елдәре, һеҙҙең донъяларға тик шатлыҡтар һәм ҡыуаныстар ғына килтерһен, хыялдарың тормошҡа ашһын, һәр башҡарған эшеңдә уңыш йылмайһын.
Бәхет нурында ҡойоноп,
Наҙға күмелеп йәшә.
Тинең менән тигеҙ булып
Һөйөп-һөйөлөп йәшә.
Оҙон булһын һинең ғүмерең,
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
Ҡотлау менән әнәйең, бикәстәрең Эльвира, Гөлфирә, кейәүҙәрең Ильвир, Руслан һәм уларҙың балалары.