65 йәш бит – матур ғүмер!

Мәлик Сынбулатовҡа донъя ҡыуаныстары насип булһын.

65 йәш бит – матур ғүмер!65 йәш бит – матур ғүмер!
65 йәш бит – матур ғүмер!

Яҡшымбәт ауылы
Яҙ айында йылы яҡтан ҡоштар ҡайтып, Көйөргәҙе йылғаһы ярҙарынан сығып, ярһып ташҡан мәлдә Фәрзәнә апай менән Ирек ағай Сынбулатовтарҙың өйөндә тәүге балалары ауаз һалып донъяға килә. Бәхет, шатлыҡ, ҡыуаныс алып килә ул сабый ир бала.
Бөгөнгө көндә был бала 65 йәшлек юбилейын билдәләй. Мәлик Ирек улы Сынбулатовҡа Көйөргәҙе йылғаһындай сәләмәтлеккә нигеҙләнгән оҙон ғүмер, һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Бәрәкәтле тормош, рух ныҡлығы, донъя ҡыуаныстары насип булһын.
Донъя һынауҙарына түҙеп
Бирешмәнең һалҡын елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың,
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
65 йәш бит – матур ғүмер!
Иҫәнлек бирһен Аллаһы Тәғәләбеҙ,
Ҡалған ғүмерең үтһен ҡыуаныста.
Ҡотлау менән Күмертауҙан Минзәлә ҡоҙағыйың, Морапталдан Лилиә ҡоҙағыйың, Яҡшымбәттән Рәүеф ҡәйнешең менән Гөлгөнә киленең.

Автор:
Читайте нас